ҠОЛБАРИСОВ Шамил Зөфәр улы [23.5.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Нөрлө а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 30.9.2004, Өфө], комп., йырсы (баритон), режиссёр. РСФСР‑ҙың (1990), БАССР‑ҙың (1968) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. муз. уч‑щеһында уҡыған (1945— 1948; Н.А.Караулова класы). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1952; В.Ф.Кариндың вокал класы, Е.О. Месснерҙың композиция класы). 1945— 47 йй. БАДТ артисы, 1952 й. алып БДОБТ солисы, 1968 й. – Башҡ. филармонияһы солисы һәм реж., 1974 й. – художество етәксеһе, 1978—88 йй. БАДТ муз. бүлеге мөдире.

Ҡ. музыкаһына милли колоритты урыҫ һәм сит ил классик композиция традициялары м‑н яраштырыу, моңлолоҡ һәм образлылыҡ хас: “Бер ҡабынһа ғашиҡ уты” (1965, Ш.Бикҡол м‑н берлектәге либреттоһы), “Гөлсибәрҙең һөйәре” (1983, Н.Асанбаев либреттоһы) оперетталары, Симфоник оркестр өсөн “Байрам увертюраһы” (“Праздничная увертюра”; 1982), “Халыҡҡа дан” кантатаһы (1954), Ш.Бикҡол шиғырына “Урал” хор (а cappella) поэмаһы (1953), башҡ. шағирҙары әҫәрҙәренә яҡынса 100 йыр һәм романс һ.б. 40‑тан ашыу спектаклгә, ш. иҫ. И.А.Абдуллиндың “Эх, Өфө ҡыҙҙары!” (1969), Х.К. Ибраһимовтың “Еҙнәкәй” (1983) муз. комедияларына, музыка ижад итә. 50‑нән ашыу опера партияларын башҡара: Леван (“Кэто һәм Котэ” — “Кэто и Котэ”, В.И.Долидзе), Һәүбән батыр (“Аҡбуҙат”), Пугачёв һәм Сураман (“Салауат Юлаев”) һ.б. партиялар. Башҡорт филармонияһында 70‑тән ашыу концерт һәм тамаша программалары авторы һәм режиссёры.

Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнаша. Б.В. һуғышында Еңеүҙең 55 йыллығына арналған Респ. муз. әҫәрҙәр конкурсы лауреаты (2000). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1957) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Һалҡын шишмәләргә ҡайтам әле: йырҙар. Өфө, 1981.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.