АМВРОСИЙ I (донъяуи исеме Келембет Андрей Петрович; 1750 й. тирәһе, Полтава губ. Чернухи а. — 4.7.1825, Полтава губ. Мгарь Спас Преображение монастыры), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө беренсе епискобы (1799—1806). Архиепископ (1806), архимандрит (1793). Монахлыҡ ҡабул иткән (1777). Киев‑Могилян дини академияһын тамамлағандан һуң (1777) шунда уҡ уҡыта, 1791 й. алып префект. 1793 й. башлап Воронеж дини семинарияһы ректоры, 1796 й. — Новгород ҡ. Юрий монастыры настоятеле һәм дини семинария ректоры, 1806—22 йй. Тубыл епархияһында хеҙмәт итә. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында идаралыҡ органдарын (дини консистория, 5 дини идара) ойоштора, епархияны дини округтарға (ҡара: Благочинный) бүлә, Успение ир‑егеттәр монастырын аяҡҡа баҫтыра, Өфөлә дини семинария, Ырымбур, Бөгөлмә, Минзәлә ҡҡ. дини уч‑щелар аса.

Әҙәб.: Чернавский Н.М. Оренбургская епархия в прошлом её и настоящем //Труды Оренбургской учёной архивной комиссии. Оренбург, 1902. Вып. 10; Абдулахатов Н.Р., Сергеев Ю.Н. Первый Уфимский архиерей //Викторианская Британия: события, люди, явления, процессы. Уфа, 1995.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке