ҠОЛБАРИСОВ Фәтих Әкрәм улы [10.7.1921, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Субай а. (хәҙ. БР‑ҙың Мишкә р‑ны Сабай а.) – 7.10.1981, Ҡазан], актёр. ТАССР‑ҙың атҡ. артисы (1968). Ғ.Камал ис. Татар театры эргәһендәге студияны тамамлағандан һуң (1941) 1981 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) ошо уҡ театр (Ҡазан) актёры. Төп ролдәре: Бикбулат (“Райхан”, Н.Иҫәнбәт), Батырхан (“Елкәнһеҙҙәр”, К.Ғ.Тинчурин), Арыҫланов (“Ҡанҡай улы Бәхтиәр”, Т.Ғ.Миңнуллин), Илсеғол (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов). Э.Раннеттың “Аҙғын ул” (“Блудный сын”), Г.Фигейредуҙың “Эзоп, йәки Төлкө һәм виноград” (“Эзоп, или Лиса и виноград”), Э.В.Брагинский һәм Э.А.Рязановтарҙың “Хеҙмәттәштәр” (“Сослуживцы”) пьесаларын татар теленә тәржемә итә. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1958).

А.Ә.Балғажина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.