ҠОЛБАҠОВ Вәлиша Ҡолбаҡ улы (1776 — ?), кантон башлығы, зауряд-сотник (1810). Троицк өйәҙе Әйле улусы Ҡолбаҡ а. (хәҙ. БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) башҡорто. 1796 й. алып хәрби хеҙмәттә. 1798 й. Ырымбур сик һыҙығының Степной ҡәлғәһендә (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте), 1815 й. башлап Троицк ҡ., 1821 й. Магнит ҡәлғәһендә сик буйы хеҙмәтендә. 1811 й. алып дистанция нач., 1826 й. — 4‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1830 й. — башлығы, 1832—35 йй. 4‑се Көнбайыш башҡ. кантоны башлығы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Л.Ф.Таһирова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке