ҠОЛБАЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 25 км һәм Приют т. юл ст. 56 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйын‑ да урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 756 кеше; 1920 – 893; 1939 – 767; 1959 – 561; 1989 – 423; 2002 – 370; 2010 – 339 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Һеңрән исеме м‑н нигеҙ һала. Керҙәшлек килешеүе б‑са бында 1786 й. — яһаҡлы татарҙар, 1802 й. – типтәрҙәр, 1811 й. татарҙар килеп ултыра. 18 б. 40‑сы йй. хәҙ. исемен (аҫаба Ҡолбай Тәкәев исеменән) йөрөтә. 1795 й. 8 йортта 56 кеше йәшәгән, 1865 й. 66 йортта – 367 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

 

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.