ҠОЛ ҒӘЛИ (12—13 бб.), шағир. “Ҡисса-и Йософ” әҫәренең авторы. Ҡ.Ғ. тормошо т‑да мәғлүмәттәр аҙ һаҡланған. Уның нәҫел‑нәсәбен Т.Ялсығол үҙенең “Тарихнамә-и Болғар” (ҡара: “Тәуарихи Болғарийа”) хеҙмәтендә башҡорттарҙың әйле ырыуына бәйләй. Хеҙмәттә бирелгән мәғлүмәттәргә таянып, татар ғалимы Х.Мөхәмәтов шағирҙың биографияһын реконструкциялай; уға ярашлы, Ҡ.Ғ. 1174 й. тиклем Ҡышан ҡ. йәки Волга буйы Болғары ҡалаларының береһендә тыуған. Мирхажи хәҙрәт уның атаһы булған. Яҡынса 1176 й. Ҡ.Ғ. Харәзмдә мәҙрәсә тамамлай һәм 1220 й. тиклем шунда уҡыта, һуңынан Ургенч ҡ. (Харәзм) күсеп килә, күпмелер ваҡыттан һуң тыуған яғы‑ на ҡайта. Яҡынса 1221—48 йй. Бүләр ҡ. вафат була. Ҡ.Ғ. исеме м‑н Ҡазан, Зәй ҡҡ. урам, Яр Саллы ҡ. бульвар аталған. Ҡазан һәм Улья‑ новск ҡҡ. шағирға һәйкәлдәр ҡуйылған, Татарстанда уның исемендәге пр. булдырылған.

Әҫәрҙ.: Ҡиссаи Йософ. Өфө, 1993.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке