ҠОЙРОҠЛО ЕР-ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ (Caudata), ер-һыу хайуандары отряды. 10 ғаиләгә ҡараған яҡынса 400 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙа, бер нисә төрө Көньяҡ Америкала таралған.

БР-ҙа тараҡлы тритон һәм ябай тритон (ысын саламандралар ғаиләһе) осрай һәм, себер углозубы (углозубтар ғаиләһе) бар, тип фараз ителә. Кәүҙә оҙонлоғо 8—15 см. Башы яҫы, киң. Муйыны насар беленә. Орсоҡ һымаҡ оҙонса кәүҙәһе оҙон, йомрораҡ (себер углозубы) йәки ян-яҡтан ҡыҫылған, өҫ һәм аҫ яҡтан тире ҡырпыуы булған (тритондар) ҡойроҡҡа күсә. Аяғы ҡыҫҡа; тритондарҙың алғы аяҡтарында — 4‑әр, артҡыларында 5‑әр бармаҡ (углозубта — 4‑әр). Тиреһе шыма, күп биҙле, ҡайһы бер төрҙәрҙә уларҙың бүлендектәре ағыулы. Тритондың арҡаһының төҫө һарғылт йәшел, көрән-ҡара, ҡорһағы һарғылт, ҡыҙғылт һары, ҡара таптары бар; себер углозубыныҡы һоро-көрән йәки ҡуңырһыу, сыбар. Күҙ ҡабаҡтары хәрәкәтсән. Ҡ.е.‑һ.х. ҡайһы бер төрҙәрендә тышҡы айғолаҡ, айғолаҡ ярығы, ҡабырға һыҙаты ағзалары бар. Урта ҡолағында өҙәңге һөйәге үҫешкән, ҡолаҡ ҡыуышлығы һәм ярыһы юҡ. Маңлай һәм түбә һөйәктәре парлы, бер-береһе м‑н ҡушылмаған. Умыртҡалары арт яҡтан батынҡы (опистоцель), углозубта ике яҡтан батынҡы (амфицель). Кәүҙә умыртҡаларында ҡыҫҡа ҡабырғалар бар. Күкрәк билбауы кимерсәкле. Беләк һәм терһәк, сираҡ һөйәктәре, шаушаҡ һәм туларһыҡ һөйәктәре ҡушылып үҫмәгән. Аңҡау (төрән) тештәре бар. Регенерацияға һәләтле (мәҫ., өҙөлгән бармаҡтары ҡайтанан үҫә). Енси яҡтан 2—3 йылда өлгөрә. Үрсеү осоронда ҡупшылана һәм ҡауышыу уйындары була. Күпселек Ҡ.е.‑һ.х. аталаныу эстә — (сперматозоидлы сперматофораларҙы инә зат клоакаһы м‑н эләктерә), углозубта тышта бара. 3‑тән алып бер нисә йөҙгә тиклем ыуылдырыҡ сәсә. Үҫеше метаморфозһыҙ. Ҡ.е.‑һ.х. нәҫелде ҡайғыртыу хас. Көҙөн апр. тиклем йоҡоға тала. Ҡоро ерҙә түңгәк, япраҡ аҫтында, ятҡан ағастарҙың ҡыуышында ҡышлай. Һыу һәм ер өҫтө моллюскылары, селәүсен, үрмәксе, бөжәк һ.б. умыртҡаһыҙҙар м‑н туҡлана. Күпселек Ҡ.е.‑һ.х. һыу ятҡылыҡтарында — даими, ҡайһы берҙәре йәйге осорҙа (мәҫ., ябай тритон) йәки үрсеү ваҡытында йәшәй. Тритондар респ. бөтә урындарында ла осрай, себер углозубының таралыуы өйрәнелмәгән. Умыртҡаһыҙ ҡоротҡостарҙың һанын көйләй, балыҡ, ҡош һәм имеҙеүселәрҙең күп төрө өсөн аҙыҡ. Тараҡлы тритон БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке