ҠОЙОШТО, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Оло һәм Ҡоро Ҡотҡор йй. (Ағиҙел й. басс.) араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 7 км, киңлеге яҡынса 2 км, абс. бейеклеге 817 км. Рельефында яҫы түбәләр, текә төньяҡ һәм көньяҡ битләүҙәре айырылып тора. Үҙәк һәм көньяҡ өлөшөндә таш ишелмәләре бар. Көнбайыш битләүҙәре күп һанлы йырындар м‑н ҡатмарланған. Елмәрҙәк свитаһының кварцитлы ҡомташтарынан тора. Ландшафы тау һоро урман тупрағындағы һәм кәҫлекөлһыу тупраҡтағы ҡарағай, ҡарағас, ҡайын урмандарынан ғибәрәт. Түбәһендә себер артышы осрай.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.