ҠОҘҒОНӘХМӘР, Әхмәр, Белорет р‑нындағы ауыл, Әзекәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 9 км һәм Белорет т. юл ст. 7 км алыҫлыҡта Буғанаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 440 кеше; 1920 – 451; 1939 – 355; 1959 – 303; 1989 – 247; 2002 – 256; 2010 – 275 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Наза” башҡ. фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Исеменең 1‑се өлөшө — “ҡоҙғон-ҡатай” (ҡара: Ҡатай) этнонимына, 2‑сеһе тәүге төпләнеүсенең (уның улы Иштәүләт Әхмәров билдәле) исеменә бәйле. 1795 й. 35 йортта 203 кеше йәшәгән, 1866 й. 72 йортта – 428 кеше. Малс‑ҡ, солоҡсолоҡ, урман кәсебе, һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ғ.Ғ.Хәмзин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке