ҠОҘАЯРОВ Ринат Ғабдулхаҡ улы (19.6.1940, Алма‑Ата), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2006). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Пермь политехник ин‑тында эшләй, 1970 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге мехатрон станоктар системаһын эшләүгә арналған. Ҡ. тарафынан станок ҡоролмаларын проектлау, хонингылау станоктары теүәллеген иҫәпләп сығарыу, деталдәрҙе идара итеүе автоматлаштырылған ҡоролмаларҙа эшкәрткән ваҡытта алмас м‑н хонингылау режимын билдәләү һәм тәьмин итеү методикалары эшләнә. Асыштары Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында һәм БР‑ҙың башҡа пр‑тиеларында индерелгән. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Точность деталей машин при алмазном хонинговании. М., 2002; Функционально‑структурный синтез металлообрабатывающих станков с автоматическим управлением. Уфа, 2006; Проектирование модулей главного движения станков с автоматическим управлением. Уфа, 2009 (авторҙ.).

В.Ц.Зориктуев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.