ҠОҘАШ, Учалы р‑нындағы ауыл, Иманғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Учалы т. юл ст. 29 км алыҫлыҡта Ҡандыболаҡ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 423 кеше; 1920 – 547; 1939 – 376; 1959 – 351; 1989 – 327; 2002 – 366; 2010 – 377 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһының Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Юлдаш исеме м‑н нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Юлдаш Нөркин исеме м‑н аталған. 1795 й. 23 йортта 147 кеше йәшәгән, 1866 й. Юлдашта (Ҡ.) 47 йортта – 325 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.