ҠОҘАШ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡушманаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 8 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Себергән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1021 кеше; 1920 – 1074; 1939 – 851; 1959 – 705; 1989 – 421; 2002 – 456; 2010 – 409 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Р.Ғәлиева ис. район мәҙәниәт йорто филиалы, китапхана бар.

Ауылға 1730 й. һәм 1734 й. араһында Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы Ҡушманаҡ а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Ҡоҙаш Ҡашбирҙин исеме м‑н аталған. 1735 й. Ҡ. килешеү төҙөмәйенсә (ҡара: Бобылдәр) типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. яһаҡлы татарҙарҙан 63 типтәр йәшәгән, 1865 й. 110 йортта – 659 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, солоҡсолоҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 бакалея кибете, 3 һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке