АМБАР ҠОРОТҠОСТАРЫ, һаҡлау осоронда иген һәм унан әҙерләнгән аҙыҡ‑түлеккә зыян килтереүсе, юҡҡа сығарыусы хайуандар төркөмө. А.ҡ. уларҙың ауырлығын кәметә (йыллыҡ юғалтыу 10—15%), бысрата, был, үҙ сиратында, орлоҡтоң сығышын кәметә, аҙыҡ‑түлек сифатын түбәнәйтә. А.ҡ. күпселеге инфекцион ауырыуҙарҙы таратыусы. Башҡортостан шарттарында айырыуса хәүефлеләре: үрмәксе һымаҡтар — он һәм ябай сәс талпандары; бөжәктәр — келәт оҙонмороно, он ҡуңыҙҙары, иген һәм бойҙай тишкестәр, иген көйәһе, күбәләктәрҙеңтирмән, он һ.б. төрҙәре, борсаҡ ҡуңыҙы; һөтимәрҙәр (кимереүселәр) — ҡомаҡтар, сысҡандар, ҡыр сысҡандары; ҡоштар — күгәрсен һәм йорт турғайы. БР‑ҙа кимереүселәр отрядына ҡараған А.ҡ. (һоро ҡомаҡ һәм йорт сысҡаны) таралыуы,биологияһы һәм зыяны т‑да тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. П.А.Положенцев яҙған; А.В.Коровкина м‑н берлектә бөжәктәргә ҡараған А.ҡ. 18 төрөн теркәгән. 1934 й. А.П.Веретенников талпан һ.б. А.ҡ. ҡаршы көрәш сараларын өйрәнә, келәттәрҙе, тирмәндәрҙе, иген елгәреү машиналарын таҙартыу, игенде киптереү һәм һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәү алымдарын һүрәтләй. Көрәш саралары: игенде һәм иген һаҡлау келәттәрен дератизациялау, дезинсекциялау (ҡара: Зооцидтар, Инсектицидтар).

Әҙәб.: Веретенников А.П., Лекгер Е.В., Миняев В.С. О мерах борьбы с клещом и другими вредителями зерна и продуктов его переработки. Уфа, 1934.

М.М.Ғәниев

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке