ҠОҘАҠАЙ, ауыл, 1956 й. алып Салауат ҡ. эсендә.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡоҙаҡай Ҡолгилдин исеме м‑н аталған. 1795 й. 10 йортта 54 кеше йәшәгән, 1865 й. 32 йортта – 156 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сана һәм арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Халҡы: 1906 й. – 141 кеше; 1920 – 239; 1939 – 174 кеше. 1956 й. ауыл Мәләүез р‑нының Нурдәүләт а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.