ҠОБЛАН БАТЫР, башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Башҡорттар араһында киң таралған була, беҙҙең көндәргә тиклем тик бер варианты ғына килеп етә: Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны Юлтый а. йәшәгән Сабира Һөйөндөкова 20 б. 20—30‑сы йй. ҡараған яҙманан (һаҡланмаған) эшләгән күсермәһен 1984 й. Ғ.Б.Хөсәйеновҡа тапшыра (ғалимдың шәхси архивында һаҡлана). Шиғри‑сәсмә формала. Төп темаһы – Ватанды сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлау. Эпос геройы Ҡоблан мәргән, батыр ҡурайсы итеп һүрәтләнә, әммә уның етешһеҙ яҡтары ла бар. Ҡыпсаҡтар иленә Ҡазан хан етәкс. һөжүм иткән ҡыҙылбаштарҙы еңеп, уңыштарына дәртләнеп, бер хандың малын ҡыуып алып китә, шуның өсөн уға әсиргә төшә. Ҡоблан батыр әсирҙә саҡта Аҡса хан уның ерҙәрен баҫып ала. Иреккә сыҡҡандан һуң, батыр тыуған иленә ҡайта һәм илбаҫарҙарҙы еңеп сыға. Башҡ. фольклорында сюжеты б‑са “Ҡ.б.” оҡшаш “Ҡобланды батыр менән Ҡаҙанхан” риүәйәте бар. Эпос ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ һ.б. төрки телле халыҡтар фольклорында ла осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 2‑се т. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1997; Шунда уҡ. 4‑се т. Эпос. Өфө, 1999.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.