ҠОБАЙЫР, 1) башҡ. фольклорының һәм ауыҙ-тел әҙәбиәтенең поэтик жанры. Беҙҙең көндәргә килеп еткән иң боронғо Ҡ. 14 б. ҡарай. Ҡ. йырауҙар һәм сәсәндәр ижад иткән. Ҡ. шиғыры 7 ижекле була. Строфалар һаны парлы йәки ҡатнаш рифмалы 4‑тән 30‑ға тиклем һәм унан да күберәк юл булырға мөмкин. Ғәҙәттә думбыраға ҡушылып башҡарыла. Күпселек Ҡ. көйө бер мелодик типҡа берләшә, ул ярым тонһыҙ мажор пентатоникаһына нигеҙләнгән. Реаль шәхестәр – тыуған ерен һаҡлаусылар, ырыу башлыҡтары һ.б. батырлыҡтары данланған батырҙар т‑дағы Ҡ. (“Сүкем батыр”, “Түлгән батыр”, “Көбәк батыр” һ.б.); композицион нигеҙен мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар тәшкил иткән фәлс.‑дидактик Ҡ., йәки әйтемдәр (“Бур байыҡмаҫ”, “Тоғро һүҙ”, “Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем” һ.б.); тыуған ерҙең бөйөклөгөнә һәм матурлығына дан йырланған, Ватанды һаҡлауға әҙерлек сағылған лирик Ҡ. (“Ай, Уралым, Уралым”, “Уралып ятҡан Уралда”, “Иҙел‑ер” һ.б.) айыралар. Асан Ҡайғы, Байыҡ Айҙар, Ғәбит сәсән, Һабрау йырау һ.б. билдәле Ҡ. оҫталары була. Ҡ. жанрына С.М.Мөхәмәтҡолов, М.А.Буранғолов, С.Ә.Исмәғилев, Р.Й. Ғарипов, Ж.Ғ.Кейекбаев, Ҡ.Аралбай, Р.Ә.Солтангәрәева һ.б. мөрәжәғәт итә.

2) Ҡара: Эпос.

Әҙәб.: Кирәев Ә.Н. Башҡорт халыҡ ижады. Өфө, 1981; Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө кит. Эпос. Өфө, 1982; Сальманова Л.К. О ритуальной функции песен о батырах //Эпос “Урал‑батыр" и мифология: материалы Всерос. науч. конф. Уфа, 2003.

С.Ә.Галин, Л.Ҡәлмәнова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке