ҠОБАЙЫР”, фольклор-этнографик ансамбль. 1972—95 йй. Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эргәһендә эшләй, 1985 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Ғилмияза”, “Каруанһарай”, “Сәлимәкәй”, “Шәүрә” башҡ. халыҡ йырҙары; яңғыҙ башҡарылған “Батмус менән бейеү”, “Кәкүк”, “Мөғлифә” бейеүҙәре, “Ҡарға туйы” (ҡара: Ҡарғатуй), “Наза” йола бейеүҙәре, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосынан әйтеш, “Хан ҡыҙы” әйтеше, туй йолалары. Ансамбль составында Б.С.Байымов (баян, бейеү), И.Ғ.Ғәләүетдинов һәм С.И.Йәнтүрин (икеһе лә – ҡурай), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Г.Д.Зәйнуллина, У.Ф.Нәҙерғолов (икеһе лә – мандолина), Э.Ф.Ишбирҙин, И.Ш.Ҡобағошова, Р.М.Йосопов, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре У.М.Яруллина (бөтәһе лә – ҡумыҙ), С.Ф.Миржанова (вокал, ҡумыҙ), Р.С.Сөләймәнов (вокал, баян, думбыра), Р.Ә.Солтангәрәева (вокал, бейеү), Н.Ф.Суфьянова (ҡумыҙ, бейеү) һ.б. була.

Рәсәй һәм Германия буйлап гастролдәрҙә була. Й.Иҫәнбаев ис. призға Респ. ҡурайсылар конкурсы (Өфө, 1983), “Алтын алма” (“Золотое яблоко”) Халыҡ-ара муз. фестивале (Алма-Ата, 1989), Бөтә Рәсәй фольклор коллективтары фестивале (Нефтекама ҡ., 1990) лауреаты. Ойоштороусыһы, бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусыһы һәм художество етәксеһе – Л.И.Нагаева.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке