ҠОБАҒОШОВА Рәмилә Сөләймән ҡыҙы (15.12.1957, Күмертау ҡ.), ҡурсаҡ театры актрисаһы. БР‑ҙың халыҡ (1996), БАССР‑ҙың атҡ. (1987) артисткаһы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Башҡ. респ. мәҙәни-ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1977; Ю.С.Вертлиб курсы). 1978 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры актрисаһы. Тыуҙырған образдары ихлас, эскерһеҙ, нескә хисле булыуы м‑н айырыла. Төп ролдәре: Зөләйхә (“Бөркөт балаһы ҡанат йәйә”, А.С.Фәтҡуллин һәм Д.А.Рашкин; дебют, 1978), Ғәли (“Ғәлимә”, М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са А.Баранов әҫәре), Дюймовочка (Х.К.Андерсендың ш. уҡ исемле әкиәте б‑са), Дилбәр (“Янһарының тылсымлы санаһы”, С.Р.Сурина). Кендек образы (“Хыял күпере”, М.Кәримдең“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са) сағыу тормошсанлығы м‑н йәлеп итә. “13‑сө раунд” к/ф Зөлфиә Шәрипова ролен башҡара (“Башҡортостан” к/ст, 2011). “Ҡолонсаҡ” Респ. балалар өсөн спектаклдәр фестивале дипломанты (Өфө, 2001).

Ф.Ә.Әлибаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке