ҠОБАҒОШОВ Айрат Миңлеәхмәт улы [1.2.1950, БАССР‑ҙың Күмертау р‑ны Таймаҫ а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], комп., фольклорсы. Проф. (2013). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1989). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; З.Ғ.Исмәғилев класы) БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тының муз. мөхәррире. 1985 й. алып ӨДСА‑ла фольклор кабинеты мөдире, 1986 й. — уҡытыусы, 1996 – 2012 йй. башҡ. музыкаһы ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1996 й. башлап традицион муз. башҡарыу каф. мөдире.

Уның музыкаһы романтизм һәм милли колорит һыҙаттарын берләштерә, баш‑ лыса оҙон көй стилистикаһына нигеҙләнеп ижад ителгән. Әҫәрҙәре араһында “Шоңҡар” операһы (1985, Ғ.Сәләмдең ш. уҡ исемле поэмаһына үҙе яҙған либреттоһы), “Ғилмияза” симфоник поэмаһы (1985), ҙур симфоник оркестр өсөн Симфония-поэма (1990), ҡурай м-н симфоник оркестр өсөн Поэма-фантазия (2013); Р.Назаров шиғырҙарына “Тауҙар тураһында уйланыу” хор поэмаһы (1986); камера-инструменталь әҫәрҙәр, башҡ. шағирҙары шиғырҙарына 150‑нән ашыу вокаль әҫәр (ҡара: Вокаль музыка).

Башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн 50‑нән ашыу әҫәр, драма спектаклдәренә, к/ф музыка, уҡытыу-методик дәреслектәр һәм программалар авторы; балалар өсөн фольклор‑муз. йыйынтыҡтарҙың автор‑төҙөүсеһе. 300‑ҙән ашыу башҡ. халыҡ йырын һәм көйөн нотаға һала, 250‑нән ашыуын эшкәртә. Башҡ. халыҡ музыка ҡоралдарын (дөңгөр, думбыра, ҡыл ҡумыҙ һ.б.) тергеҙеү инициаторы. Сәнғәт училищеһында башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын (1992), Сәнғәт академияһында башҡ. муз. ф‑тын ойоштороусыларҙың береһе (1996).

Уҡыусылары араһында Р.Р.Рәхимов, А.Д.Рәхмәтуллин, Р.Н.Юлдашев, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Н.М. Кейекбирҙин. Б.В. һуғышында Еңеүҙең 45 һәм 50 йыллығына (1990, 1995), Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға (2004) арналған Респ. муз. әҫәрҙәр конкурстары лауреаты.

Х е ҙ м.: Урман йыры. Өфө, 2014; Традиционные башкирские народные инструменты. Уфа, 1997; Курай: учеб. пособие. Уфа, 2012; Произведения для кыл-кубыза и фортепиано. Уфа, 2014.

Әҙәб.: Г а л и н а Г. Айрат Ҡобағошов // Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.

Ф.И.Сәфәрғолова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.