ҠОБАҒОШ, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 81 км һәм Уралтау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 622 кеше; 1920 – 740; 1939 – 528; 1959 – 458; 1989 – 392; 2002 – 402; 2010 – 377 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Миндәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1786 й.) билдәле. Тәүге төпләнеүсе Ҡобағош Ҡарабаев исеме м‑н аталған. 1795 й. 30 йортта 234 кеше йәшәгән, 1866 й. 81 йортта – 592 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ә.М.Аҙнабаев, М.Х.Минһажетдинов, А.А.Солтанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.