ҠОБАҒОШ СӘСӘН, башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы. Ҡ.с. тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. Исеме “Ҡобағош сәсән”, “Ҡарас менән Ҡараһаҡал” риүәйәттәрендә, ҡаҙаҡ аҡыны Бисәнбайҙың өләңендә һаҡланған. “Ҡобағош сәсән” риүәйәте б‑са, сәсән 15 б. аҙ. – 16 б. урталарында йәшәгән, бей булған, Ҡарағөлөмбәткә ҡаршы яуҙа мең ырыуы башҡорттарын етәкләй. Еңелгәндән һуң Дим й. үҙәненән ҡыҫырыҡлап сығарыла, ҡатай ырыуы башҡорттары араһында йәшәй. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының инициаторы булып сығыш яһай. Нуғай хандарының һәм мырҙаларының мәрхәмәтһеҙлеге фашланған “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне” риүәйәтенә ингән Аҡмырҙа сәсән м‑н әйтеше сәсәндең беҙҙең көндәргә килеп еткән берҙән‑бер әҫәре иҫәпләнә.

Әҙәб.: Ямалетдинов М.Б. Ҡуласа: тарихи роман, эссе. Өфө, 2007.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке