ҠОБА КҮБӘЛӘКТӘР (Pyraliidae), күбәләктәр ғаиләһе. 20 меңгә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 20‑гә яҡын төрө бар: келәт күбәләге, өй күбәләге, он күбәләге, болон күбәләге, кәбеҫтә ҡобаһы һ.б. Ҡанаттарының ҡоласы 1—3, һирәк 5 см тиклем. Һорғолт көрән, аҡ, йәшкелт көрән, һоро төҫтә. Алғы ҡанаттары тар, өсмөйөш формаһында йәки оҙонса, унда 11—12, һирәк осраҡта 9—10 тамыр була, артҡылары яҫы, түңәрәкләнеп бөтә, ҡыҫҡа сәсәкле; тыныс хәлдә ҡанаттары өсмөйөш рәүешендә йәки кәүҙәһен уратып тора. Мороно ҡыҫҡа (өй күбәләгендә юҡ), мөгөҙ ҡатлаулы. Күҙҙәре ябай. Мыйыҡтары еп һымаҡ, ата күбәләктәрҙеке керпекле йәки кәкерсәкле. Аяғы оҙон. Йомортҡалары аҡ йәки һарғылт, үҙе туҡланған субстратҡа һала. Ҡарышлауығы ҡара төрткөлө, 16 быуынлы, төкһөҙ. Тупраҡ, япраҡ өҫтөндә көптә ҡурсаҡлана. Респ. шарттарында йылына 1—2 быуын үҫә. Ҡарышлауығы ҡурсаҡ көбөндә ҡышлай. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡарышлауығы үҫемлектәрҙең вегетатив өлөштәре һәм емештәре м‑н туҡлана, имагоһы туҡланмай. БР‑ҙа бөтә ерҙә таралғандар. Он күбәләге ондо һәм он аҙыҡтарын боҙа. Амбар күбәләге, кәбеҫтә күбәләге, болон күбәләге һ.б. — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке