АМАРАНТ, бесәй тарыһы (Amaranthus), амарант һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 60 төрө билдәле, тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрҙә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: аҡ А., алама А., жминда А., күкһел көрән А., ҡаймалы А. Бер йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабағы тармаҡлы, төҙ, һирәгерәк йәйенке, бейеклеге 50—200 см. Япрағы ябай, йәшел йәки ҡыҙғылт. Сәскәһе ҡуйы башаҡ‑һепертке сәскәлегендә, ваҡ, төҫһөҙ, һирәгерәк ҡыҙғылт, бер йәки ике енесле. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше сәтләүек һымаҡ, июль—окт. өлгөрә. Яланда, баҡсала ташландыҡ ерҙә үҫә, бөтә ерҙә таралған. Ҡый үләне, декоратив үҫемлек. Ҡаймалы А. һәм аҡ А. — мал аҙығы үҫемлектәре. БР‑ҙа культураға ҡан ҡыҙыл А. индерелгән (1988). Ҡыҙғылт һабаҡлы үҫемлек. 1000 орлоғоноң ауырлығы 0,6—0,9 г. Ҡоролоҡҡа һәм тоҙға сыҙамлы,ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар м‑н аҙ зарарлана. Орлоҡтан үрсетелә. Мал аҙығы өсөн ябай рәт һәм киң рәт ысулы м‑н сәселә, орлоҡҡа — киң рәтләп. Сәсеү нормаһы 0,3—0,5 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 1,5—2 см. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 325, орлоҡ — 13; 100 кг йәшел массала 15 аҙыҡ берәмеге, 2,6 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 1988—90). Йәшел мал аҙығы, силос һәм концентрат мал аҙығы булараҡ ҡулланыла. А. үҫтереүҙең адаптив технологиялары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1988—90 йй. Ботаника баҡса‑институтында һәм Аграр университетта (П.А.Бегзаев, М.С.Мөхәмәтшин, С.Н.Надежкин, М.Ғ.Хәзивәлиева, Р.И.Хәйбуллин) алып барыла. Ҡан ҡыҙыл А. БР‑ҙың Урал алды дала зонаһында, Урал аръяғы дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтереүгә тәҡдим ителгән.

С.Н.Надежкин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке