ҠИССАС ӘЛӘНБИЙА” (“Пәйғәмбәрҙәр тарихы”), “Ҡ и с с а и Р а б ғ у з и”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы. 1310—11 йй. Рабғузи тарафынан Рабат Уғыҙ ерендә (Хәрәзм) ижад ителгән. Хәрәзм-төрки телендәге (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) шиғри текст ғәрәп телендәге шиғырҙар м‑н аралашып бара. Дини‑дидактик характерҙа. Ҡөрьән мотивтарына яҙылған ҡисса жанрындағы 72 әҫәрҙән торған йыйынтыҡ: донъяның яралыуы һәм төҙөлөшө, пәйғәмбәрҙең һәм әүлиәләрҙең тормошо һүрәтләнгән. Башҡортостанда археографик экспедициялар барышында “Ҡ.ә.-ә.” бер нисә ҡулъяҙма күсермәһе табылған: Әбйәлил р‑нының Ишбулды а. (1857 й. яҙылған; 1977 й. табылған), Благовар р‑нында (яҡынса 1861—64 йй. яҙылған; 1982) һ.б.; ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Булгаков Р.М. Описание восточных рукописей Института истории, языка и литературы. Уфа, 2002.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке