ҠИССА-И ЙОСОФ”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, ҡисса. Авторы – Ҡол Ғәли. 13 б. 1‑се ярт. (ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙың колофонында 1212 й., башҡаларында 1233 й. тип билдәләнгән) төрки телендә яҙылған. Шиғри формала. Төрки әҙәбиәтендә ассирия‑вавилон мифтарына барып тоташҡан матур Йософ т‑дағы Библия, Ҡөрьән сюжетына нигеҙләнгән тәүге әҫәр иҫәпләнә. Әҫәрен яҙған ваҡытта Ҡөрьәнгә, Табариҙың “Бөйөк тәфсир”, Фирҙәүсиҙең “Йософ менән Зөләйха” поэмаһына, Абдулла Ансариҙың “Мөриттәр дуҫы һәм мәжлестәр ҡояшы” хеҙмәтенә таянып, был сюжетты Ҡол Ғәли ижади яҡтан эшкәртә: айырым мотивтарҙы байыта, яңы эпизодтар һәм деталдәр индерә. Ҡисса динидидактик характерҙа. Әҫәр юғары гуманистик йүнәлешле булыуы, изгелек һәм яуызлыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат, енәйәт һәм яза, уларҙың сәбәптәре һәм һөҙөмтәләре кеүек әхлаҡи‑фәлс. мәсьәләләрҙең актуаллеге м‑н айырылып тора.

Төп герой Йософ — ир-егет матурлығы кәүҙәләнеше. Уның янында булыу ғына ла кешеләрҙе төрлө сир-зәхмәттән дауалай, унан тирә-йүнгә хуш еҫ аңҡып тора. Аҡыл, тоғролоҡ һәм ғәфү итә белеү — геройҙың төп һыҙаттары. Йософ үҙенең даны Көнсығыш һәм Көнбайышҡа тараласаҡ хаким булырын төшөндә күрә. Был төш т‑да белеп ҡалған көнсөл ағайҙары унан ҡотолорға уйлай: ҡоҙоҡҡа төшөрөп ҡуялар, һуңынан ҡоллоҡҡа һатып ебәрәләр. Үҙенең зирәклеге арҡаһында Йософ Мысыр халҡын аслыҡтан ҡотҡара, ил батшаһы булып китә. Әҫәрҙә мөһим урын алған мөхәббәт темаһы мажаралы ваҡиғалар аша асыла: Көнсығыш илдәренең береһендә батша ҡыҙы Зөләйха төшөндә үҙен Мысыр батшаһы тип танытҡан Йософҡа ғашиҡ була. Уның атаһы Мысыр батшаһы Ҡәнзәфәргә ҡыҙын уға кейәүгә бирергә теләүе хаҡында хәбәр итә. Буласаҡ иренең иленә килгәндән һуң, ҡыҙ төшөндә күргән кеше‑ нең ул түгеллеген аңлай. Зөләйха Ҡәнзәфәргә кейәүгә сыға, ләкин ир-ҡатын мөнәсәбәттәренән баш тарта. Бер нисә йылдан уның ире Йософто һатып ала, Зөләйха Йософҡа яратыуын белдерә, ләкин герой унан баш тарта. Ҡарт әбейгә әйләнгәндән һуң ғына Зөләйха һөйөклөһөнөң мөхәббәтенә ирешә, һәм Алланың ҡөҙрәте м‑н уға Йософ төшөндә күргән саҡтағы йәшлеге кире ҡайта.

Ҡол Ғәлиҙең автографы табылмаған, фәнгә әҫәрҙең тулы һәм тулы булмаған 150‑нән ашыу күсермәһе билдәле. Улар башлыса Урал-Волга буйҙарында таралған була. БР‑ҙа 1970— 80 йй. археографик экспедициялар ваҡытында яҡынса 20 ҡулъяҙма күсермәһе: Илеш р‑нының Һеңрән а. (тулыраҡ варианты; 1837 й. м‑н билдәләнә), Бөрйән р‑нының Яңы Собханғол а. (яҡынса 1774—78 йй.), Салауат р‑нының Яңы Ҡаратаулы а. (яҡынса 1792 й.), Мәсетле р‑нының Ләмәҙтамаҡ а. (яҡынса 1798 й.), Дәүләкән р‑нының Дүртөйлө а. (18 б. аҙ.), Бөрйән р‑нының Нәби а. (яҡынса 1811 й.), Көйөргәҙе р‑нының Таймаҫ а. (яҡынса 1842 й.), Туймазы р‑нының Егетәк а. (яҡынса 1831 й.) һәм Ҡаран‑Бишенде а. (яҡынса 1842 й.) һ.б. урындарҙа табылған.

Әҫәр төрки телле халыҡтарҙың әҙәбиәте, ш. иҫ. башҡорт әҙәбиәте, үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Йософ т‑дағы сюжет башҡорттар араһында киң таралып, телдән телгә күсеп йөрөгән. Уның м‑н бәйле “Тархан ҡыҙы һәм Йософ китабы” риүәйәте һаҡланған. Риүәйәттә был әҫәрҙе яттан өйрәнеү һәм уны ырыуҙаштарына һөйләү өсөн бер мулланың башҡ. тарханы ҡушыуы б‑са Мысырға барыуы т‑да һүҙ бара. БР‑ҙа, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе өлк. М.Х.Нәҙерғолов, Ф.А.Нәҙершина, Р.Ә.Солтангәрәева, Ф.Ғ.Хисамитдинова, З.Я.Шәрипова һ.б. тарафынан яҡынса 50 шиғри-сәсмә һәм сәсмә фольклор варианттары яҙып алынған: “Йософ менән Зөләйха”, “Йософ вә Зөләйха”, “Йософ менән Зөләйха тарихы”, “Йософ китабы”, “Йософ һәм Зөләйха ҡиссаһы”, “Йосоп” һ.б. Фольклор варианттарының фрагменттары һамаҡстилендә башҡарыла. Көй варианттары Р.С.Сөләймәнов тарафынан яҙып алынған һәм нотаға һалынған.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 6-сы т. Эпос: Ҡиссалар һәм дастандар. Өфө, 2002; Поэма “Кысса-и Йусуф" Кул Гали (проблематика, поэтика, язык произведения). Уфа, 1988.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке