ҠИССА (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ-Көнбайыш Азия халыҡтарының әҙәбиәте һәм фольклорындағы дастанға яҡын булған эпик жанр. Шиғри йәки шиғрисәсмә формала була. Ғәҙәттә өгөт- нәсихәт рәүешендә ижад ителә. Йөкмәткеһе б‑са тарихи‑героик, мөхәббәтле‑мажаралы һәм дини‑дидактик Ҡ. айырып йөрөтәләр. Ҡ. өсөн геройҙы идеаллаштырыу, гипербола, фантастика элементтары хас. Дастандарҙан айырмалы рәүештә, Ҡ. бер генә төп герой булған бер сюжет һыҙығы өҫтөнлөк итә. Башҡ. һүҙ сәнғәтендә Көнсығыш әҙәбиәте сюжеттарынан үҙләштереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән Ҡ. (“Әл-ҡисса Буҙйегет”, “Киҫекбаш китабы”, “Ҡисса-и Йософ” һ.б.) дастан үҙенсәлек‑ тәренә лә эйә, шуға күрә уларҙың ҡайһы жанрға ҡарағанлығы йыш ҡына тик исеме б‑са ғына билдәләнә. Башҡ. әҙәбиәтендә Ҡ. жанрына Ғ.Б.Хөсәйенов мөрәжәғәт иткән.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. 1-се киҫ. Теоретик поэтика. Өфө, 2006; Баимов Р.Н. Великие лики и литературные памятники Востока. Уфа, 2005.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.