ҠИММӘТЛЕ ҠАҒЫҘҘАР, эйәһенең йәки күрһәтеүсенең айырым хоҡуҡтары теркәлгән финанс документтары. Ҡ.ҡ. төрҙәре: атамай бирелгән облигациялар, векселдәр, чектар, акциялар, хосусилаштырыу Ҡ.ҡ., депозит һәм һаҡлау сертификаттары, коносаменттар, банк һаҡлау кенәгәләре, закладҡа һалынғандар һ.б. Ғәмәлдә һәм әйләнештә булыу ваҡыты б‑са — мөҙҙәтһеҙ һәм мөҙҙәтле; эмитенттар б‑са — хөкүмәт, урындағы власть органдары, акционерҙар йәмғиәте һ.б. юридик шәхестәр Ҡ.ҡ.; хоҡуҡи эйәлек б‑са — атап бирелгән, атамай бирелгән, ордерлы; сығарыу формаһы б‑са — эмиссион һәм эмиссион булмаған; аҡса һалыу б‑са — өлөш, бурыс Ҡ.ҡ.; милек б‑са — дәүләт, дәүләт ҡарамағында булмаған; мөлкәт хоҡуҡтары төрө б‑са — төп, сығарылма, башҡа Ҡ.ҡ. айырыла. Ҡ.ҡ. номиналь (күрһәтелгән) һәм курс (баҙар) хаҡтарына эйә; илдәр, төбәктәр, иҡтисад тармаҡтары, баҙар субъекттары араһында аҡсаны яңынан бүлеүгә булышлыҡ итәләр.

Башҡортостанда Ҡ.ҡ. тәүге тапҡыр — 19 б., баҙар иҡтисадына күскәндән һуң Рәсәй акционерҙар йәмғиәттәре акциялары, хосусилаштырыу чектары (ҡара: Хосусилаштырыу), респ. ҡаҙна йөкләмәләре һ.б. әйләнешкә индерелә. 2001 й. алып респ. БР дәүләт облигация (эске) заёмдары облигациялары, 2003 й. — еврооблигациялар (“Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ; ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) сығарыла.

Респ. сәнәғәт пр‑тиелары (ш. иҫ. “Башинформсвязь”, “Башнефть” ААЙ‑лары, ӨМЭПБ һ.б.) инвестицияларҙы йәлеп итеү өсөн бурыс Ҡ.ҡ. эмиссияларын ҡуллана. Респ. Ҡ.ҡ. баҙарын көйләү 1994 й. башлап — БР‑ҙың финанс министрлығы, 1997—10 йй. Ҡ.ҡ. баҙары б‑са БР комиссияһы тарафынан башҡарыла.

А.Ф.Килмәтов

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.