ҠАШҠАР, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡашҡар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 33 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 160 кеше; 1920 – 348; 1939 – 227; 1959 – 239; 1989 – 389; 2002 – 413; 2010 – 416 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Юлдыбай урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Умырзая” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1834 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1816 й.) алып билдәле. Сотник Ҡашҡар Мәхмүтов исеме м‑н аталған. 1866 й. 43 йортта 248 кеше йәшәгән. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.