ҠАШҠАЛАША, Благовар р‑нындағы ауыл, Ҡашҡалаша а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1561 кеше; 1920 – 2114; 1939 – 1204; 1959 – 749; 1989 – 590; 2002 – 581; 2010 – 611 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

18 б. 40‑сы йй. указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 175 йортта 1177 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 13 сауҙа кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, татар мәктәбе, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.Ә.Бикмәев, Р.Ҡ.Бәхтейәров, Р.Д.Ҡаһарманова, Р.Ә.Мөҡминов, Д.Й.Хәсәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.