ҠАШҠАҠ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Шулған а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Миләшәр й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 981 кеше; 1920 – 1119; 1939 – 918; 1959 – 761; 1989 – 551; 2002 – 516; 2010 – 481 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Урман-Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 30 йортта 136 кеше йәшәгән, 1865 й. 92 йортта – 570 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1879 й. төҙөлгән), 2 һыу тирмәне, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке