ҠАШАЕВ Әнүәр Шакир улы (22.3. 1949, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Аҡбулат а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1974; педагогы В.Н.Баскаков). 1987—2010 йй. 2‑се балалар художество мәктәбендә (Өфө) уҡыта. Ҡ. рәсем сәнғәтенә һауа м‑н яҡтылыҡтың һиҙелер-һиҙелмәҫ хәрәкәтен сағылдырған еңелсә пластик буяу һәм рельефлы фактура, башлыса көмөштәй, һарғылт, көрәнһыу йәшел төҫтәрҙе уңышлы яраштырыуға ҡоролған йомшаҡ колорит хас. Пейзаж мотивтарының үҙәгендә — тыуған яғының бик күҙгә бәрелеп бармаған ерҙәре, уларҙа авторҙың шәхси тойғолары м‑н бәйләнгән тәғәйен урындарҙың мөхите һүрәтләнгән. Картиналарында дәүер билдәләре юҡ тиерлек, улар ҡәнәғәтлек тойғоһо, хыял һәм серле һағыш м‑н тулған: “Тын урам” (1979), “Бала саҡ ағастары” (1989). Байтаҡ эштәре әсәгә (“Яҙмыш”, 1991 һ.б.), билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәренә [“Туҫтаҡ”, 1988; “Дуҫтар өсөн кисә (Тарковский, Высоцкий, Шукшин)”, 1994] арналған. Шулай уҡ уникаль графика өлкәһендә эшләй. 1978 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1985, 1988, 1993, 1994, 1999, 2004, 2009, 2012, 2014). Эштәре БДХМ, В.С.Высоцкийҙың Дәүләт мәҙәниәт үҙәк-музейы (Мәскәү) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БР балалар художество мәктәптәре уҡытыусыларының Респ. һынлы сәнғәт күргәҙмәһе (Өфө, 2002), БР һынлы сәнғәт күргәҙмәһе-конкурсы (2008; икеһе лә – Өфө) лауреаты; “Донъя беҙҙең тирәләй” (“Мир вокруг нас”) Халыҡ- ара художество ижады фестивале дипломанты (Сызрань ҡ., 2008).

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан. Живопись. Графика. Скульптура. Декоративно-прикладное искусство: кат. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2005; Анвар Кашаев. Живопись. Графика: каталог. Уфа, б.г.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке