ҠАШАЕВ Венер Миңлевәзир улы (16.3.1974, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). Бөтә Союз профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә советы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Б.Д.Афанасьев), 1991—2001 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Г.И.Алексеев). 3000 һәм 5000 м йүгереүҙә Рәсәй чемп. (1994—96). Йәштәр араһында Европа кубогының көмөш призёры (1994), 5000 м йүгереүҙә үҫмер спортсылар араһында Европа чемп. (1993). 5000 м йүгереүҙә йәштәр араһында Рәсәй рекордсыһы (1994). СССР (1991), БДБ (1992), Рәсәй (1993—97) йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.