ҠАУЫН-ҠАРБУЗ КУЛЬТУРАЛАРЫ, аҙыҡ, мал аҙығы итеп ҡулланыу һәм техник маҡсаттарҙа үҫтерелгән ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр. Ҡ.‑ҡ.к. ҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын инә. Йылы яратыусандар, үҫемлектәрҙең үҫеүе һәм емеш биреүе өсөн иң ҡулай т‑ра 23—28°С, ҡоролоҡҡа сыҙамлылар. Башҡортостанда башлыса ҡабаҡ үҫтерәләр. Ҡ.‑ҡ.к. үҫтереү өсөн иң уңайлы шарттар көньяҡ урмандала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке