АМАНТАЕВА Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы (26.1.1961 БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡабаҡ а.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ артисы (1997), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1989). 1981—2003 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. А. ижады сағыу драматик һәләт, хәрәкәттәр экспрессивлығы, бейеү техникаһының шымалығы м‑н айырыла. “Гөлнәзирә”, “Кейәү”, “Зарифа”, “Яҙғы ташҡын”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Ҡороҡсолар” бейеүҙәрендә солист була. Бөтә Рәсәй яңғыҙ халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Һамар ҡ., 1993).

М.А.Таһирова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.