ҠАУҘЫ БАШЫ, торна үләне (Erodium), яран һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 80‑дән ашыу төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда торна үләне, йәки грабельки үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы күтәрелеүсән, төбөндә төклө, ныҡ тармаҡлы, 10—40 см бейеклектә. Япрағы ҡауырһын һымаҡ бүлемле, һаплы, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан. Сәскәһе ал төҫтә, сәскәлеге — сатыр. Июль—сент. сәскә ата. Емеше — спираль формаһында төрөлгән оҙон ҡылсыҡлы өлөштәрҙән торған ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Ҡый үләне.

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.