ҠАУАРҘЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ҡауарҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 61 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 76 км алыҫлыҡта Ҡауарҙы й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1067 кеше; 1920 – 1480; 1939 – 1628; 1959 – 928; 1989 – 877; 2002 – 908; 2010 – 818 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Кәлсер‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1737 й. алып билдәле. 1795 й. 113 йортта 583 кеше йәшәгән, 1865 й. 155 йортта – 1030 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.