ҠАТЫҠ, ойотҡан, башҡорт аш-һыуының традицион һөт аҙығы. Евразияның күп халыҡтарында осрай. Башҡорттар Ҡ. ҡуйы йәки айыртылған һөттән эшләй; һөттө ҡайнаталар, һыуыталар һәм ныҡ әсегән Ҡ., әсегән ҡаймаҡ, айран йәки май айраны ҡушып ойоталар. Өлгөрһөн өсөн бер нисә сәғәткә йылы урынға ҡуялар. Яңы Ҡ. (сөсө ҡатыҡ) ҡайһы ваҡыт шәкәр, бал йәки яңы йыйылған емеш-еләк өҫтәп эсәләр, һөҙмә яһайҙар. Әсе ҡатыҡ ашҡа, һурпаға һалына, айран һәм ҡорот эшләү өсөн файҙаланыла. Ойотҡоһоҙ әсегән һөт (сей ҡатыҡ) тә ҡулланыла.

Э.В.Миһранова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.