• Печать

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ ХИМИЯҺЫ, ҡаты яғыулыҡтың килеп сығышын, составын, төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен, эшкәртеү ысулдарын (механик, термик, химик) һәм ҡулланылышын өйрәнеүсе фән. Органик химия, коллоидтар химияһы, юғары молекуляр берләшмәләр химияһы, геология, геохимия, петрография һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Өйрәнеү объекты — һоро күмер, таш күмер, ҡаты яғыулыҡты ярым кокслаштырыу продукттары, күмергә әүерелеүсе үҫемлектәр, сапропелиттар, янар һәүерташтар, торфтар. Химик составты өйрәнеүҙе, структураның ҡаты янар файҙалы ҡаҙылмаларҙың ер ҡабығында барлыҡҡа килеү стадияһына һәм шарттарына бәйле булыуын тикшереүҙе, ҡаты яғыулыҡ һаҡламын энергетикала — йылылыҡ энергияһы сығанағы, химия сәнәғәтендә сеймал булараҡ рациональ комплекслы ҡулланыуҙы физик‑химик, физик һәм химик анализ ысулдары м‑н бойомға ашыра.

Ҡ.я.х. тикшереү алымдары: шыйыҡсаларҙың (һыу, бензол, метил спирты, пиридин һ.б.) йәки уларҙың парҙарының (ҡаты яғыулыҡтарҙың коллоид структураһын характерлау мөмкинлеген бирә) сорбцияһына нигеҙләнгән алымдар, статистик структур анализ (матдәләрҙең төп структураһын һүрәтләү, ароматиклығын, конденсацияланыу дәрәжәһен һәм цикллылығын билдәләү; мәғлүмәттәр физик константалар м‑н тулыландырыла: молекулалар күләме һәм рефракция, диамагнит бирешеүсәнлек һ.б.), рентген‑ һәм электронография, электрон‑парамагнит резонансы, ядро‑магнит резонансы һ.б. Шулай уҡ физик (термик, механик, фотохимик, электрик) һәм химик (гидролиз, формолиз, ацидолиз, аминолиз, алкоголиз, окислау, галогенлау, гидрогенолиз һ.б.) агенттар йоғонтоһо аҫтында деструкция ҡулланыла. Галогенлау водородтың бәйләнеш формаларын һәм миҡдарын билдәләргә мөмкинлек бирһә, гидролиз углерод‑водород бәйләнешен билдәләй. Төрлө органик к‑талар булғанда ацидолиз юғары молекуляр матдәләрҙе кислота радикалдары ҡушыла торған бәләкәй фрагменттарға тарҡата. Ҡ.я.х. алымдары парафин, ароматик һәм гидроароматик углеводородтар, фенолдар, күп ядролы ароматик берләшмәләр, карбон кислоталары һ.б. миҡдарының ҡаты яғыулыҡ тәбиғәтенә бәйле булыуын билдәләргә мөмкинлек бирә. Мәҫ., фенолдарҙың торф һәм һоро күмерҙән барлыҡҡа килгән беренсел ыҫмалаларҙағы күләме еңелсә метаморфизланған (оҙон ялҡынлы һәм газлы) таш күмер ыҫмалалары күләменә ҡарағанда һәр ваҡыт аҙыраҡ (9,7–16,0% һәм 18,7—35,2%).

Башҡортостанда Ҡ.я.х. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина ССРы Фәндәр академияһы ғалимдары тарафынан үткәрелә: Тау механикаһы ин‑тында Л.В.Писаржевский ис. физик химия ин‑ты хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә респ. һоро күмер ятҡылыҡтарын һаҡлау, брикетлау һәм яндырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә; 1943 й. Өфөлә Энергетика ин‑тының (Копейск ҡ. эвакуацияланған) гидродинамика бүлеге нигеҙендә электростанциялар өсөн онтаҡ рәүешендә ҡаты яғыулыҡ етештереүсе күмер онтау агрегаты төҙөлә. 40‑сы йй. Көньяҡ Урал геол. идаралығының үҙәк лаб. (Өфө) И.А.Хризман етәкс. һоро күмерҙең химик составы тикшерелә.

Ф.Х.Ҡудашева

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке