ҠАТЫ ЕСЕМДӘР ФИЗИКАҺЫ, физиканың яңы материалдар алыу маҡсатында ҡаты есемдәрҙең үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн өйрәнгән бүлеге; бик күп өлөшсәләрҙән (1 см3 яҡынса 1022) торған конденсирланған системаларҙың квант физикаһы булараҡ үҫешә. Ҡ.е.ф. тикшереү объекттары б‑са металлофизика, ярым үткәргестәр, магнетиктар физикаһы һ.б., ысулдары б‑са — рентген структуралы анализ, радиоспектроскопия һ.б. айырыла. Ҡаты есемдәрҙең үҙенсәлектәре квант механикаһы нигеҙендә аңлатыла. Кристаллик һәм аморф есемдәрҙең квант теориялары уйлап табыла. Кристаллик рәшәткә периодик ҡырының электрондар хәрәкәтенә йоғонтоһон квантомеханик тикшереү Ҡ.е.ф. зона теорияһын — ҡаты есемдәрҙең хәҙ. электрон теорияһы нигеҙҙәрен — асыуға килтерә. Ҡаты есемдең механик үҙенсәлектәре уны эшкәртеү м‑н бәйле һәм уның структур өлөшсәләре араһына йоғонто яһаған бәйләнеш көстәре м‑н билдәләнә. Ысынбарлыҡтағы кристалдарҙың ныҡ булмауы макроскопик дефекттар һәм дислокациялар м‑н аңлатыла.

Башҡортостанда Ҡ.е.ф. б‑са эштәр 20 б. 20‑се йй. Физика институтында К.П.Краузе етәкс. башлана. 60‑сы йй. алып БДУ‑ла ҡаты есемдәрҙең магнит үҙенсәлектәре (М.М.Фарзетдинов, М.Ә.Шәмсетдинов һ.б.), ҡаты есемдәрҙең өҫкө йөҙө (Р.З.Бәхтизин һ.б.), юғары үткәреүсәнлек, сегнетомагнетизм һәм динамик алмашыу бәйләнеше (М.Х.Харрасов һ.б.), шыйыҡ кристалдар (А.Н.Чувыров һ.б.), ӨДАТУ‑ла һәм Перспективалы материалдар физикаһы ин‑тында металдарҙың төҙөлөшө һәм механик үҙенсәлектәре (И.В.Александров, Р.З.Вәлиев һ.б.) тикшерелә. 80‑се йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында үтә һығылмалылыҡ теорияһы (В.В.Астанин, О.Ә.Ҡайбышев, А.И.Пшеничнюк), наноструктур материалдар алыу технологиялары һәм уларҙың төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен өйрәнеү ысулдары (Ҡайбышев, Х.Я.Мөлөков һ.б.) эшләнә, Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында металдар (Ш.Х.Ханнанов һ.б.), шыйыҡ кристалдар (О.А.Скалдин, Ю.А.Лебедев һ.б.), органик материалдар (А.Н.Лачинов, Е.С.Шиховцева һ.б.) һәм фотомагнетиктарҙың (Р.А.Дорошенко һ.б.) ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһы б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Ҡаты есемдәрҙең магнит, һығылыусан магнит һәм магнит-электрик үҙенсәлектәре б‑са ғилми мәктәп ойошторола (Фарзетдинов). Шулай уҡ ҡара: Материалдарҙы өйрәнеү ғилеме.

Е.Г.Екомасов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке