ҠАТЫ ЕСЕМ, матдәнең форма тотороҡлолоғо һәм тигеҙләнеш торошо тирәһендә ҙур булмаған тирбәлеүҙәр башҡарған атомдарҙың йылылыҡ хәрәкәте характеры м‑н айырылып торған агрегат хәле. Төҙөлөшө б‑са кристалл хәлендәге (миним. эске энергиялы тотороҡло хәл, атомдарҙың кристалл рәшәткәһе узелдарында урынлашыуының арауыҡта даими ҡабатланыуы) һәм аморф (метатотороҡло, атомдар тәртипһеҙ урынлашҡан нөктәләр тирәһендә тирбәлә) Ҡ.е.; химик бәйләнештәренең тибы б‑са — ион (NaCl, KCl һ.б.), ковалент (алмас, Si һ.б.), металл, молекула (нафталин, N2, O2 һ.б.), водород (боҙ һ.б.) бәйләнештәре һәм уларҙың комбинациялары булған Ҡ.е.; электр үҙенсәлектәре б‑са — металдар, ярым үткәргестәр һәм диэлектриктар; магнит үҙенсәлектәре б‑са — диа-, пара-, ферро-, ферри- һәм антиферромагнетиктарға айырыла.

Башҡорто станда Ҡ.е. үҙенсәлектәрен өйрәнеү 20 б. 20‑се йй. Физика институтында башлана, унда Ҡ.е. йылынан киңәйеү коэф. билдәләү өсөн прибор төҙөлә. Респ. Ҡ.е. теорияһының төрлө аспекттарын өйрәнеү б‑са ғилми мәктәптәргә нигеҙ һалына. Ҡ.е. б‑са тикшеренеүҙәр БДУ‑ла, БДПУ‑ла, Механика ин‑тында, Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында, Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында, ӨДАТУ‑ла һ.б. алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Кристалдар химияһы, Ҡаты есемдәр физикаһы, Магнит материалдар, Металлофизика, Үтә һығылмалылыҡ, Юғары үткәреүсәнлек.

Е.Г.Екомасов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.