ҠАТМАРЛЫ ТӨҘӨЛӨШЛӨ ҮҪЕМЛЕКТӘР, үҫемлектәр донъяһының ике ярым батшалығының береһе. Ҡ.т.ү. яҡынса 300 мең төрө билдәле, улар түбәндәге бүлектәргә берләшкән: мүк һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, псилот һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, абаға һымаҡтар, яланғас орлоҡлолар һәм сәскәле үҫемлектәр. Ҡ.т.ү. — ер өҫтөндә йәшәүгә яраҡлашҡан ҡатмарлы күп күҙәнәкле айырымланған организмдар. Ҡ.т.ү. енси (гаметофит) һәм енси булмаған (спорофит) быуындарҙың дөрөҫ сиратлашыуы хас. Йәшәү циклында спорофит өҫтөнлөк итә (мүк һымаҡтарҙа — гаметофит). Спорофиттарҙа күп күҙәнәкле спорангиялар (бер үк йәки микро- һәм мегаспорангияларға айырымланған) үҫешә, уларҙа хәрәкәтһеҙ споралар барлыҡҡа килә; гаметофиттарҙа — гаметангияның күп күҙәнәкле енси ағзалары (ата – антеридиялар һәм инә — архегониялар). Гнетум, вельвичия затына ҡараған яланғас орлоҡлоларҙың һәм сәскәле үҫемлектәрҙең гаметангиялары редукцияға бирелгән. Ата гаметалар (орлоҡло үҫемлектәрҙә — гаметофиттар) бөжәктәр, ҡоштар һ.б. хайуандар, ел, һыу ярҙамында күсерелә; архегонияла аталаныу эске (сәскәле үҫемлектәрҙә — яралғы муҡсаһында). Зигота күп күҙәнәкле яралғы булып үҫешә. Спорофит һабаҡтан, япраҡтарҙан һәм тамырҙан тора. Ҡ.т.ү. күпселек төрҙәрендә — бәшмәктәр, ҡайһы берҙәрендә (ҡуҙаҡлылар) азот туплаусы бактериялар м‑н симбиоз күҙәтелә. Ҡ.т.ү. — ер өҫтө экосистемаларының төп продуценттары: биол. продукцияның яҡынса 68%‑ын һәм биосфера фитомассаһының 99,8%‑ын барлыҡҡа килтерә. Атмосфераға иң күп кислород бүлеп сығара. Башҡортостан терр‑яһында мүк һымаҡтарҙың яҡынса 400, көкөрт үләне һымаҡтарҙың — 6, ҡырҡбыуын һымаҡтарҙың — 8, абаға һымаҡтарҙың — 30, яланғас орлоҡлоларҙың — 8, сәскәле үҫемлектәрҙең яҡынса 1700 төрө табылған.

Ҡ.т.ү. 261 һирәк төрө БР‑ҙың, шуларҙың 38‑е (эндемиктар Урал елбегәйе, Эверсманн ҡаҙ үләне, Крашенинников минуарцияһы, Урал нескәгөлө, шырт еҙүлән һ.б.; реликттар бөжәкле офрис, оҙонъяпраҡ ойошһеркә һ.б.; кәкүк ситеге, тимгелле глобулярия, күбәләк сәскәһе, матур ҡылған, турҡалы әшәлсә һ.б.) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Мүктәрҙең 9 төрө (тарбаҡ вейсия, йәшел дикранум, Селвин пилезиеллаһы, Боландер фруллянияһы һ.б.) Европаның мүк һымаҡтар Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ҡ.т.ү. ауыл хужалығында, урман хужалығында, сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында, төҙөлөштә ҡулланыла. Ашарға яраҡлы үҫемлектәр, баллы үҫемлектәр, дарыу үҫемлектәре, декоратив үҫемлектәр, ҡый үләндәре, мал аҙығы үҫемлектәре һ.б.

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.