ҠАТЛАМ, сословие, нәҫел б‑са бирелгән хоҡуҡ һәм бурыстарға (улар йола йәки закон м‑н раҫланған) эйә булған соц. төркөм. Ҡатламлы ҡоролошта иерархия була, ул хоҡуҡ һәм өҫтөнлөктәрҙең тиңһеҙлегендә сағыла. Ҡайһы бер Ҡ. бер ни тиклем сикләнгәнлек, айырым йәшәү рәүеше һәм әхлаҡ хас. 16 б. уртаһынан Рәсәйҙә халыҡтың төрлө категориялары Ҡ. берләшеп, 18 б. 2‑се ярт. дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ), руханиҙар, крәҫтиәндәр, сауҙагәрҙәр һәм мещандар (ҡара: Мещанлыҡ) барлыҡҡа килә. Һалым түләүсе (крәҫтиән һәм мещандар) һәм һалым түләмәүсе (дворяндар һәм руханиҙар) Ҡ. бүлеп йөрөтөлгән. Сауҙагәрҙәр рекрут йөкләмәһе урынына ҡаҙнаға түләү индергән, йән башына һалым иҫәбенә рәсми капитал суммаһынан процент түләгән.

Башҡортостанда 1798—1863 йй. башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр (1855—65) айырым хәрби-хеҙмәтле Ҡ. ҡарай (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы). 1867 й. дворяндар халыҡтың 0,85%‑ын (Рәсәй б‑са уртаса күрһәткес — 1,2%) тәшкил итә. 1897 й. Ырымбур губернаһында 12 мең нәҫелле һәм шәхси дворяндарҙың 8,5 меңе (Ырымбур ҡ. — 5,8 мең), Өфө губернаһында 15,8 мең дворяндың 6,7 меңе (Өфөлә — 4,5 мең) ҡалала йәшәгән. Ырымбур губ. урыҫ дворяндары бөтә дворяндар иҫәбенән 83%, Өфө губ. 54% тәшкил итә. Башҡорттар дворяндар Ҡ. башлыса хәрби һәм гражданлыҡ хеҙмәтендә тейешле дәрәжәгә һәм чинға өлгәшкәндән һуң ингән. Ике губернала дворяндар Ҡ. 65%‑ы белемле булған (Рәсәй б‑са уртаса — 74,5%). 19 б. аҙ. төбәктәге христиан руханиҙары һаны 10,3 мең кеше тәшкил иткән. Өфө һәм Ырымбур губ. йәшәгән руханиҙарҙың 68,8%‑ы православие руханиҙары булған. Өфө губ. мосолман руханиҙары 1680 кеше иҫәпләнгән (бөтә дин әһелдәренең 38%‑ы), шуларҙың 1420‑һе (84,4%) — башҡорт. Руханиҙарҙың күпселеге ауыл ерендә (Өфө губ. — 94% мосолман һәм 65% христиан руханиҙары) йәшәгән. Ырымбур губ. христиан дин әһелдәренең 70%‑ы, Өфө губ. — 73,5%‑ы белемле була. 1867 й. 8,5 мең кеше (халыҡтың 0,4%‑ы) сауҙагәрҙәр Ҡ. ингән. Ырымбур губ. ҡалаларында 71,5%, Өфө губ. — 65,8% сауҙагәр йәшәгән. Төбәктәге сауҙагәрҙәр араһында урыҫтар яҡынса 68%, татарҙар 19%, башҡорттар 12% тәшкил иткән. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Ырымбур губ. 175 мең (халыҡтың 11%‑ы), Өфө губ. 87,7 мең (4%) мещан теркәлгән. Мещандарҙың күпселеге өйәҙ ҡалаларында йәшәгән. Крәҫтиәндәр иң ҙур Ҡ. тәшкил иткән (төбәк халҡының 81%‑ы). Улар һалым түләү, ергә мөнәсәбәте, хоҡуҡи һәм мөлкәт хәле б‑са төрлө категорияларға (алпауыт крәҫтиәндәре, батша һарайы крәҫтиәндәре, ваҡытлыса бурыслы крәҫтиәндәр, заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр, иҡтисади үҙ аллы крәҫтиәндәр, посессион крәҫтиәндәр, тау сәнәғәте крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре, яһаҡлы крәҫтиәндәр) бүленгән. РСФСР ХКС‑ының 1917 й. 10 нояб. “Ҡатламдарҙы һәм граждан чиндарын бөтөрөү тураһында”ғы декретына ярашлы халыҡты Ҡ. бүлеү бөтөрөлә.

Н.С.Мысляева

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.