ҠАТИЛ (ғәр. – үлтереүсе), “Урал батыр” эпосы персонажы. Ерҙәре тау‑тау кеше һөйәктәре м‑н ҡапланған һәм ҡан м‑н һуғарылған илдең аяуһыҙ, ҡан эскес батшаһы; тыуына ҡоҙғон һүрәте төшөрөлгән (башҡорттарҙың һәм байтаҡ башҡа халыҡтарҙың инаныуҙары б‑са, ҡоҙғон — үлем символы). Ҡот осҡос ҡиәфәтле (“Бураланған дөйәләй, /Ҡанһыраған айыуҙай, /Күҙ ҡабағын тойҙороп, /Ужар сәсеп, мат ҡурып, /Ҡабан сусҡа елкәле, /Филдәй йыуан балтырлы, /Имәнес йыуан ҡорһаҡлы...”). Ҡ. тыуған көнөндә ҡорбан килтереү йолаһы башҡарыла: ҡыҙҙарҙы ҡоҙоҡҡа ташлайҙар, ир-атты утта яндыралар. Был көндө йыл һайын уның ҡыҙы үҙенә кейәү һайлай. Көслө, ҡыйыу Урал батыр, Ҡ. иленә килеп сыҡҡас, батшаның дәү үгеҙен һәм имәнес ҡиәфәтле 4 батырын еңә, халыҡты ҡоллоҡтан ҡотҡара һәм Ҡ. ҡыҙына өйләнә, уларҙан Яйыҡ батыр тыуа.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998; Башкирское народное творчество. Т. 1. Эпос. Уфа, 1987; Мирбадалева А.С. Башкирский эпос “Урал-батыр” //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып. 4.

З.Ғ.Әминев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.