ҠАТАЙ, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Краснокама р‑ны Әшит а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күтәренке һаҙлыҡ, ситендә күсмә һәм уйһыу, дөйөм майҙаны 1769 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,9 м, иң ҡалыны — 4,5 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, бүленгән эт дегәнәге, ҙур сөйәл үләне, урман ҡолонғойроғо, урман шыма ҡурайы, тимгелле һаңғырау кесерткән, шифалы бесәй үләне һ.б. үҫә. Ҡабан, мышы, төлкөләр, урман эте, һеләүһен, ҡара төйлөгән, ҡом һайыҫҡаны, мөншөгөр, һоро торна, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Аҡ сикәле ҡарағаҙ, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, мәрйенгүҙ, һаҙ ҡаҙы һ.б. күсәр ҡоштар туҡтала.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.