ҠАТАЙ, ҡытай, 1) башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәһе. Бәкәтин, ҡалмаҡ, Ҡ., терһәк, һалйот, һеңрән ҡәбиләләренән торған. 14—15 бб. барлыҡҡа килгән. 17—19 бб. төп таралыу терр‑ялары — Ағиҙел, Өфө йй. үрге ағымы, Оло һәм Кесе Эйек йй. үҙәндәре, Синара һәм Тинес (Исәт й. басс.) йй. араһы. 18 б. ҡәбиләләр традиция б‑са ғына берләшкән; айырым аҫаба ерҙәр (ҡара: Аҫабалыҡ) биләгән, властар алдында үҙ аллы сығыш яһаған. 18 б. 1‑се ярт. халҡының һаны 7 меңдән ашыу булған; 2) Башҡ. ҡәбиләһе. Ҡ. ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Ырыу составы: бала-Ҡ., иҙел-Ҡ., инйәр-Ҡ., ҡоҙғон-Ҡ., оло-Ҡ., ялан-Ҡ. Тамғалары —  . Этник яҡтан Үҙәк һәм Урта Азияның, Көньяҡ Себер һәм Алтайҙың монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡатай” этнонимы гагауздарҙа, ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа һәм үзбәктәрҙә билдәле. Ҡ. формалашыуына уларҙың 11—12 бб. ҡыпсаҡтар мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 13 б. уртаһы — 14 б. башында ҡатайҙар ҡыпсаҡ ҡәбиләләре составында Урал буйына күсеп килә һәм Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) үрге һәм урта ағымына, Баҙы, Дим, Өршәк, Сөн йй. үҙәндәренә килеп ултыра. 14 б. 2‑се ярт. ҡатайҙарҙың бер өлөшө көнсығышҡа йүнәлә һәм Инйәр й. урта ағымында урынлаша; һуңыраҡ табын ҡәбиләһенең ҡыҫымы аҫтында Оло һәм Кесе Инйәр йй. басс. һәм Ағиҙелдең үрге ағымында төпләнә. Ҡәбиләнең төп өлөшө төньяҡҡа йүнәлә һәм Бисерт (Өфө й. ҡушылдығы), Сылва, Чусовая (икеһе лә Кама басс.) йй. үҙәндәрен төйәк итә; Ҡ. ерҙәре урыны м‑н Каманың һул ярына тиклем етә. 16 б. 2‑се ярт. ҡәбиләнең бер өлөшө Өфө, Оло һәм Кесе Эйек йй. үҙәндәренә, ҡалғаны — Урал аръяғына күсеп китә һәм Синара м‑н Тинес йй. араһында төпләнә. 18 б. уртаһында Урал аръяғы ҡатайҙарының бер өлөшө Уй һәм Тубыл далаларына күсенә.

18 б. ҡатайҙар бәҙрәк, бәкәтин, дыуан, көҙәй, ҡалмаҡ, ҡошсо, ҡумрыҡ, ҡыуаҡан, өпәй, тамъян, терһәк, һалйот, һеңрән һәм әйле ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Нуғай даруғаһы һәм Себер даруғаһының Ҡатай улустарын тәшкил итә. П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһында 300 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. — 19 б. Ҡ. урынлашҡан терр‑я Верхнеурал өйәҙенә, Екатеринбург өйәҙенә, Красноуфимск өйәҙенә, Силәбе өйәҙенә, Троицк өйәҙенә, Шадринск өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 3‑сө, 4‑се [артабан 4‑се Загорный (4‑се), 4‑се Көнбайыш (5‑се)], 5‑се (6‑сы) һәм 6‑сы (7‑се) башҡ. кантондарына (1798—1854 йй.) ҡараған. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я БР‑ҙың Архангел, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Миәкә, Туймазы, Шишмә, Әлшәй р‑ндарына, Ҡурған өлк. Сафакүл һәм Әлмән, Силәбе өлк. Арғаяш, Ҡоншаҡ, Наҙыпетровск, Сосновка, Сыбаркүл, Троицк, Уй р‑ндарына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке