ҠАТА, башҡорттарҙың ҡаты табанлы, үксәле, киң башлы традицион күн аяҡ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар Ҡ. булған. Тәрән, шайтанашыҡҡа етеп торған (калуш ҡата, күн ҡата), ҡайһы ваҡыт ҡыҫҡа (12 см тиклем) ике ҡатлы киндер йәки тула ҡуныслы Ҡ. кейгәндәр. Ҡунысһыҙ Ҡ. тула, кейеҙ йәки йөн ойоҡ, ш. уҡ киндер йәки тула сылғау, ситек м‑н кейгәндәр. Урал аръяғында, Башҡортостандың көнсығыш һәм үҙәк райондарында балтыр тирәләй ҡунысбау м‑н тартып бәйләнгән оҙон аҡ тула ҡуныслы ҡатын-ҡыҙҙар Ҡ. таралған була. Төҫлө йөн суҡтар, биҙәктәр, сигә, даға ҡуйылған, ҡуныстары һәм үксә тирәләре бай итеп төрлө геом. фигураларҙан, кәкре һыҙыҡтарҙан, мөгөҙгә оҡшаш фигураларҙан һәм өсмөйөштәрҙән торған буҫтау аппликация (йыш ҡына сигеү м‑н аралаштырып) м‑н биҙәлгән. Көндәлек, байрам, ш. иҫ. туй, Ҡ. булған. Ҡ. оҡшаш (ҡунысһыҙ) аяҡ кейеме күп кенә Волга буйы, Урта Азия һәм Кавказ халыҡтарында булған.

С.Н.Шитова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Ҡата: 1 — металл тәңкә м‑н биҙәлгән тәрән ҡата; 2 — бейек үксәле һай ҡата; 3 — биҙәлгән бейек ҡуныслы ҡатын-ҡыҙҙар ҡатаһы

Текст на русском языке