ҠАСЫРЫУ СИРЕ, йомро тояҡлыларҙың хроник инвазион ауырыуы. Сирҙе бер күҙәнәкле ҡамсылы Trypanosoma equiperdum паразиты тыуҙыра. Тыуҙырыусының сығанағы — ауырыу мал. Ҡ.с. йылҡы, ишәк, ҡасыр бирешә. Башлыса ҡасырыу ваҡытында йоға. Трипаносомдар, енси ағзаларҙың лайлалы тиресәләренә эләгеп үрсей, уларҙың шешеүен барлыҡҡа килтерә, лимфаға, ҡанға һәм эске ағзаларға үтеп инә. Улар бүлеп сығарған трипанотоксин нервы системаһын ҡаҡшата, матдәләр алмашыныуын боҙа һ.б. Инкубация осоро — 3 аҙнанан 3 айға тиклем. Ауырыуҙың дауамлылығы 1—2 йыл. Төп билдәләре: енси ағзаларҙың, һөт биҙҙәренең шешеүе; тире һәм лайлалы тиресәләрҙең зарарланыуы (төйөндәр, ваҡ сей яралар, депигментация, сабыртма, “талер төйөрсәләре"); ябығыу, оса мускулдары атрофияһы, бит нервыһы (томшоҡ асимметрияһы), енес ағзаһы, тел, йотҡолоҡ парездары һәм фалиждары; бил нервылары зарарланған осраҡта — аҡһау. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник, микроскопик, серологик тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (азидин, наганин һ.б.). Иҫкәртеү: ҡасырыу алдынан барлыҡ малдарҙы ентекле клиник һәм серологик тикшереү, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен үтәү. Ҡ.с. б‑са уңышһыҙ хужалыҡтарҙа яһалма ҡасырыу ҡулланыла, айғырҙарға ҡасырыу алдынан наганин индерелә. Башҡортостанда йылҡының Ҡ.с. м‑н ауырыуының һуңғы осрағы 2001 й. теркәлгән.

И.Р.Муллайәрова, Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке