ҠАҪМАРТ, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Үрге Ҡаҙарма а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта башлана. Йылайыр һәм Ейәнсура р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға, Ейәнсура р‑ны Үтәғол а. эргәһендә көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай борола, артабан Ырымбур өлк. (өлөшләтә Ейәнсура р‑ны) буйлап аға, Һаҡмар й. (тамағынан 253 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 123 км, басс. майҙаны 1431 км2, дөйөм түбәнәйеүе 340 м, Башҡортостанда оҙонлоғо 95 км, басс. майҙаны 680 км2.  Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 70%‑ы яҙғы (апрель—май), 17%‑ы йәйге‑көҙгө (июнь—октябрь), 13%‑ы ҡышҡы (ноябрь—март) осорҙарға тура килә. Үтәғол а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 4,7 м3/с. Басс. төньяҡ өлөшө Йылайыр яйлаһында ята. Рельефы йылайыр свитаһы ҡатламдарынан тора. Ландшафы урман һоро тупрағындағы имән урмандарынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы төрлө үлән, ҡыяҡлылар үҫкән далаларҙан ғибәрәт. Йылға басс. 70%‑ын урман, 30%‑ын һөрөнтө ер биләй. Башҡортостандағы ҡушылдыҡтары: уң — Иҙәш, Бүжән һ.б.; һул — Ярғайыш, Ҡаҙанболаҡ һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.