ҠАСҠЫН‑ТУРАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 487 кеше; 1920 – 515; 1939 – 429; 1959 – 471; 1989 – 288; 2002 – 276; 2010 – 259 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удмурттар нигеҙ һала, 1786 й. алып Ҡасҡын исеме м‑н билдәле. 1865 й. Ҡасҡын (Турай) тип иҫәпкә алынған, 37 йортта 296 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке