АМАНТАЕВ Ғәббәс Ямалетдин улы, Табулдин Ғ.Я. [1888, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үрге Ҡунаҡбай а. (Ырымбур өлк. Переволоцкий р‑ны) — ?], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ырымбур художество уч‑щеһын тамамлаған. 1917 й. тиклем Турғай өлк. уҡытыусы булып эшләй. 1919 й. июленән Туҡ-Соран кантон башҡарма ком‑тының бүлек начальнигы. 1920 й. Ф.Мәғәсүмов етәкс. баш күтәреүселәр отрядының штаб нач., 1921 й. апр.—июнендә Башҡортостандың көньяғында баш күтәреүсе ғәскәрҙәр төркөмө [ҡара: Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—21)] командующийы. 1921 й. июнь башында Бөрйән‑Түңгәүер кантоны башҡарма ком‑ты рәйесе К.А.Иҙелғужин м‑н баш күтәреүселәрҙе амнистиялау, Ә.Ә.Вәлидовты һәм 1‑се составтағы Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының башҡа ағзаларын Башҡортостанға ҡайтарыу шарттарында һуғыш хәрәкәттәрен туҡтатыу т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. Амнистиялау гарантияһын алғандан һуң, 15 июндә РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты һәм Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты вәкилдәре м‑н һуңғы һөйләшеүҙәр өсөн Стәрлетамаҡ ҡ. килә. Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе П.В.Гузаков бойороғо б‑са ҡулға алына. Мәскәүҙә тикшереү аҫтында була, 1922 й. Башҡортостанға ҡайтарыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.